Все новости
Байрамдар
31 Октября 2021, 09:05

Хəүефһеҙ юлдар теләйем

Хөрмəтле автомобиль транспорты хеҙмəткəрҙəре һəм ветерандары!Ихлас йөрəктəн һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ—Автомобиль транспорты хеҙмəткəрҙəре көнө менəн ҡотлайым!

Хəүефһеҙ юлдар теләйем
Хəүефһеҙ юлдар теләйем

Автомобиль күптəн инде беҙҙең тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнə əйлəнгəн. Был хеҙмəт юғары һөнəри оҫталыҡ һəм ойошҡанлыҡ талап итə. Күмертау автомобилистары, сəнəғəт предприятиелары һəм төҙөлөш ойошмаларының, социаль өлкə һəм сауҙа учреждениеларының өҙлөкһөҙ эшмəкəрлеген тəьмин итеп, йөк һəм пассажир ташыу мəсьəлəһен уңышлы хəл итə. Был байрам көндө барығыҙға ла эшегеҙҙə уңыштар, хəүефһеҙ юлдар, именлек, ғаилə бəхете телəйем!
О. Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиəте башлығы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: