Все новости
Байрамдар
31 Октября 2021, 09:19

Тоғро булыуығыҙ өсөн рəхмəт

Хөрмəтле автомобиль транспорты хеҙмəткəрҙəре һəм ветерандары!Һөнəри байрамығыҙ уңайынан ихлас күңелдəн ҡайнар ҡотлайым! Беҙҙең тормош – туҡтауһыҙ хəрəкəт, беҙ бөтəбеҙ ҙə транспорт һəм юл менəн бəйлебеҙ.

Тоғро булыуығыҙ өсөн рəхмəт
Тоғро булыуығыҙ өсөн рəхмəт

Был байрам профессионалдарҙы һəм һəүəҫкəрҙəрҙе берлəштерə. Һеҙ төрлө машиналар йөрөтəһегеҙ, шулай ҙа бөтəһе өсөн юл берəү. Бөтə автомобилистарға ла юлдарҙа үҙ-ара аңлашыусанлыҡ һəм хөрмəт, ышаныслы техника һəм уңыштар юлдаш булыуын телəйем!
Айырым рəхмəт һүҙҙəре, көн һайын пассажир йөрөтөү хеҙмəтен үтəүсе – рейс һəм мəктəп автобустары водителдəренə. Хеҙмəтегеҙгə яуаплы ҡарап, профессиональ булыуығыҙ, һайлаған һөнəрегеҙгə тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рəхмəт. Техника һынатмаһын, ə юлдарҙа һəр ваҡыт уңыштар булһын!
Ю. Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль район хакимиəте башлығы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: