Все новости
Байрамдар
31 Октября 2021, 09:27

Юлдарыбыҙ гел хәйерле булһын!

"Урал Исхаҡов, Самат Йосопов, Форхат Аҙнабаев, Надир Хәйбуллин һәм дә башҡа коллегаларымды ла һөнәри байрамыбыҙ менән тәбрикләйем".

Юлдарыбыҙ гел хәйерле булһын!
Юлдарыбыҙ гел хәйерле булһын!

Рәсил АҠҺАРОВ, "Искра" хужалығы водителе, Яҡшымбәт ауылы:
- Яҡшымбәт урта мәктәбен тамамлағас, Күмертау ҡалаһындағы автомәктәптә уҡып, шоферлыҡ танытмаһы алғаныма тиҫтә йылдан ашыу. Шул ваҡыттан бирле ҡулымды рулдән ысҡындырғаным юҡ. "Искра" хужалығында эшләп йөрөйөм. Беҙҙең ҙур коллективта утыҙлап водитель эшләй, улар барыһы ла юғары класлы водителдәр. Урал Исхаҡов, Самат Йосопов, Форхат Аҙнабаев, Надир Хәйбуллин һәм дә башҡа коллегаларымды ла һөнәри байрамыбыҙ менән тәбрикләйем һәм эштәрендә уңышлар теләйем. Киләсәктә лә беҙҙе саҡырып торған юлдарыбыҙ һәр ваҡыт хәүефһеҙ булһын ине.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: