Все новости
Байрамдар
10 Ноября 2021, 15:06

Килешеп торһон

Көнө көнмө? Арыу кеше этен дә урамға сығармаҫ. Тик полициямы һуң көн торошонан ҡурҡып ята торған кеше? Шартлатып байрамдарын байрам иттеләр. Погонлы парад формаһы ҡалай матур, һәр береһенә килешеп тора. Ә ҡыҙҙары... Яҙыр матур һүҙ табыуы ла ауыр. 

Килешеп торһон
Килешеп торһон
Район полиция бүлеге начальнигы Р. Әбсәләмов хеҙмәттәштәрен тәбрикләне, район башлығы Юлай Ильясов маҡтау һүҙҙәрен  йәлләмәне. Ветеран Ф. Малбаев та килмәй булдыра алмаған:
-  Милицияла хәҙер эшләмәһәм дә, һәр саҡ сафта булып ҡалам. 
Байрам менән хоҡуҡ һаҡлаусылар. Бөгөн кейгән формағыҙ һымаҡ, эшегеҙ ҙә гел матур, ыҫпай, тәртиптә булһын. Үҙегеҙгә килешеп торһон. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: