Все новости
Байрамдар
25 Ноября 2021, 17:35

Илатҡанығыҙ өсөн рәхмәт!

Әл дә гармунсы түгелмен, Уйнар ҙа илар инем... тигәнсе Шағир. Күпме гармунсыны күргән бар, береһе лә илаҡ түгел, киреһенсә, ҡасан ҡарама, гел шаттар, ауыҙҙары йырыҡ.

Илатҡанығыҙ өсөн рәхмәт!
Илатҡанығыҙ өсөн рәхмәт!

Бойоғоп, ник тыуҙым тигән шикелле ултырғандары юҡ. Моң яратҡан, гармун менән серләшә белгән (һәр кемгә тәтемәй бындай тылсым) кеше ни эшләп төртһәң, һытылырға торған булһын? 

Бөгөн - Гармунсы көнө. Байрам менән, йәүҙәттәр, айҙарҙар, фаилдар, азаматтар, фәнирҙәр, йәмилдәр, фидандар, рәүефтәр.... Күплектә яҙһаҡ та, һеҙ аҙ хәҙер. Рәхмәт, үҙегеҙ иламаһағыҙ ҙа, донъяны илатҡан-йырлатҡанығыҙ өсөн. Гел дәрткә тулышып ҡына йәшәргә яҙһын! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: