Все новости
Байрамдар
26 Ноября 2021, 09:26

Бала мөхәббәтенә сиктәр юҡ

Байрамдар хәҙер, барыбер, әллә нисек үтә - онлайн. Ҡалғандары ярар, Әсәләр көнөнә тигәне, исмаһам, "тере" булһа, шәберәк булыр ине. Шулай ҙа, байрамды байрамса итергә кәрәк - Ермолаевоның "Батыр" балалар баҡсаһы кисә шундай концерт ҡуйған - уны экран аша ғына ҡараған ата-әсәләр үҙҙәрен хәс залда ултырғандай тойған. Бала мөхәббәтенә сик тә, кәртә лә булмай.

Бала мөхәббәтенә сиктәр юҡ
Бала мөхәббәтенә сиктәр юҡ
- Әсәйемә һаулыҡ теләйем, мөхәббәт, мәңге йәшә, мәңге минең менән бул!- ошондай теләктәрҙе тыңлаған әсәләрҙең күбеһе компьютерҙары, телефондары янында илап та ултырған - бәхеттән. 
Илаған хәлдә лә, шатлыҡтан ғына иларға булһын "Батыр"ҙың әсәләре. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: