Все новости
Байрамдар
28 Ноября 2021, 09:54

БЕР АУЫҘ ҺҮҘ ЕТӘ

Рима Ибраһимова, Ҡотлоюл ауылы: 

БЕР АУЫҘ ҺҮҘ ЕТӘ
БЕР АУЫҘ ҺҮҘ ЕТӘ

Башҡынайым уйҙар ҡоршауында.
Ә уйҙарым өрккән өйөрҙәй,
Сикәләргә һуғылып үрәпсейҙәр
Йәнде, тәнде йәнсеп иҙерҙәй.
Оҙон төндәр үтә, осон -осҡа
Ялғай алмай сапҡан уйҙарҙың.
Итәгемдән төшкән булһалар ҙа,
Балалар тип көймәй булмайҙыр.
Бер ауыҙ һүҙ, Әсәй, хәлең нисек?
Әсә күңеле зарығып көтәлер.
Атлап түгел, йүгереп йөрөр өсөн,
Миңә бары бер һүҙ етәлер.
Онотор өсөн донъя мәшәҡәтен,
Тойор өсөн йәшәү йәмдәрен,
Бары бер һүҙ етә Әсәйҙәргә
Балҡытырға уйсан йөҙҙәрен.
Бәпкәм тиеп. бәпләп үҫтергәндә
Йөрәгенә баҫып, йән атып.
Ауыр ҡараш һирпеп ҡарамағыҙ,
Йөрәккәйен телер ҡанатып.
Һәр саҡ йылы бөрккән күҙҙәренең
Һүреләләр инде нурҙары.
Бер һөйәйем тиеп үрелгәндә
Мәхрүм итмә Әсәң ҡулдарын.
Күңел йомарт саҡта Әсәйҙәрҙе
Ай Ҡояшҡа ғына тиңләйбеҙ.
Хәлен һорап, бер ауыҙ һүҙ көтөп,
Күңеле илағанын һиҙмәйбеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: