Все новости
Байрамдар
28 Ноября 2021, 09:43

Гүзәл әсәйҙәр

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы: 

Гүзәл әсәйҙәр
Гүзәл әсәйҙәр

Донъяға йәм биреүсе,
Күңелгә нур өҫтәүсе,
Гүзәл зат ул әсәйҙәр,
Арттырыусы милләтте.
Бала бағыу, уны үҫтереү,
Әсәйҙәр өсөн - имтихан.
"Нәмә сәсһәң, шуны ураһың",
Шулай булыуы ла ихтимал.
Илебеҙҙә байтаҡ ҡына,
Күп балалы әсәйҙәр.
Улар маҡтауға лайыҡ,
Ала Орден, миҙалдар.
Ҡатын-ҡыҙ ул бик сабыр
Була һөйөклө әсәй,
Яратҡан ҡатын да була,
Тағы аҡыллы өләсәй.
Яҡшы ҡәйнә лә була ул,
Өйҙә улар ҙур терәк.
Ейән-ейәнсәрҙәренә,
Һәр саҡ улар бик кәрәк.
Ярҙамсы ла, яҡлаусы ла
Беҙҙең әсәй, өләсәй.
Эшендә лә ул алдынғы,
Гел үрнәк булып йәшәй.
Әсәй кеше утҡа инә,
Һаҡлар өсөн - балаһын.
Ташҡан һыуға ла ташлана,
Бала һыуға батмаһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: