Все новости
Байрамдар
28 Ноября 2021, 09:40

ӘСӘ

 Рима Арыҫланова, Күмертау ҡалаһы:

ӘСӘ
ӘСӘ

Балаларым – өй түрендә,
Ҡуйыным тулы байрам.
Шатлыҡ йәштәре аша,
Кинәнеп һеҙгә бағам.
Сәстәренән һыйпап – һөйөп,
Устарын алам усҡа.
Өй түрендә – улым, ҡыҙым –
Ғүмер үтмәгән бушҡа.
Ни алып, ни ҡуйырға ла
Белмәйем алдарына.
Аш – һыуҙары, мәшәҡәте
Йәнемә ялдар ғына.
Серләшеп серҙәр кәмемәй,
Ҡыҙ балам – алтын асҡыс.
Улымдың ихлас ҡарашы –
Ҡартлығыма таяныс.
... Әсә наҙының самаһын
Кемдәр билдәләй ала?
Әсәне әсә итеүсе
Мөғжизә бит ул бала. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: