Все новости
Байрамдар
28 Ноября 2021, 09:34

Әсәй икмәге

Замира Бикбулатова, Яҡшымбәт ауылы: 

Әсәй икмәге
Әсәй икмәге

Ҡараңғылы яҡты ғына булып
Таң һыҙылған саҡта ауылда
Бөтә ғаилә мышнап йоҡлағанда
Әсәй икмәк баҫа табынға
Баштарына ҡупшы ғына итеп
Килешеп кенә тора яулығы
Көн аралаш шулай ғәҙәтләнгән
Ҡаҡшамаған саҡта һаулығы
Ҡомалаҡҡа баҫҡан әпәкәйҙәр
Ҙур табала күпереп бешәләр
Ҡуҙҙа бешкән тәмле ҡабартмалар
Әле булһа иҫкә төшәләр
Икмәк бешә , хәҙер иҫкә төшә
Әсәйемдең икмәк һалғаны
Көн оҙоно тып-тып ниҙер эшләп
Арып, һуңлап йоҡоға талғаны
Ас түгелбеҙ, шөкөр ризыҡтарҙың
Тулып ята төрлө төрлөһө
Тик ниңәлер бөтә төмлеләрҙән
Әсәй икмәге иң тәмлеһе!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: