Все новости
Байрамдар
29 Ноября 2021, 09:43

Әфлисун, батут, Әбләкимов

Күңелле көндәр яҡынлаша. Танауға әфлисун еҫе бәрелә лә башланы. Өҫтәл тулы һый, шампан, музыка, йырлау-бейеүҙәр. Шатлыҡ йорт эсенә генә һыйып бөтмәй, тышҡа урғыласаҡ - Күмертауҙың Совет майҙанына. Бында ҙур шыршы, шулай уҡ музыка, көлөш-ҡосаҡлашыуҙар көтөп торасаҡ. Ә батут булырмы икән?

Әфлисун, батут, Әбләкимов
Әфлисун, батут, Әбләкимов

Былтыр уны ҡуйғайнылар, тик күптәр Хәбировҡа ялыу яҙа башлау менән (ҡарағыҙ, беҙҙең ҡалала ниндәй мәсхәрә) алды ла ташланылар - бәләһенән баш-аяҡ, йә берәйһе имгәнер ҙә ятыр. 

Властарға бик үпкәләргә ярамай, улар нисек тә тамашаны төрләндерергә тырыша, нишләйһең, башҡа әмәлдәре юҡ, ҡар аҙ, боҙ аҙ, колбасанан яһалған вертолетты сығарып ҡуйып булмай ҙа.
Тамаша тигәндән, ҡалаға Сергей Әбләкимов ҡайтып килә тиҙәр, ул төрлө күңел асыуҙар ойошторорға оҫта ине, бер заман кафеһын да һатып, эшен дә ташлап китеп барғайны, бына кире әйләнә икән, йылы урын әҙерләп ҡуйғандар ҙа икән уға. Яңы йылға тиклем ҡайтып өлгөрһә, бәлки, мыңарсы күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән тамаша ла күрһәтер әле. Яңы йыл - яңырыу, яңы өмөттәр мәле. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: