- Юҡ, концерт ҡарарға килдек.
Быныһы лә шәп, ҡағыҙҙар араһына күмелеп ултырыу ялыҡтыра, кеше араһында ла йөрөп килеү яҡшы.
Рәсәй Конституцияһына бағышланған сараға бәйләп, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында бөгөн байтаҡ кешене тәбрикләнеләр - Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҙур өлөш индергәндәр (ныҡ мөһим эш булды был, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, атҡарып сыҡтыҡ), яңы ғына паспорт алғандар, район тормошонда әүҙем эш алып барғандар, спортта еңгәндәр.... һанап бөтөрлөк түгел.
Концертҡа тиклем, йыр тыңлайбыҙ тип килгән туташтарға, ҡулдарҙы сабып, көтөп ултырырға тура килде, шулай ҙа уларҙың йөҙөнән йылмайыу китмәне - коллегалар, райондың егет-ҡыҙҙарының еңеүе, шатлығы улар өсөн дә ҙур шатлыҡ.