

Шулай уҡ тауҙы яһауҙа әүҙем ҡатнашыусылар Поляев Сергей, Әхмәтов Руслан, Дорофеев Евгений, Әлмөхәмәтов Зариф, Шаипов Шәфҡәт, Бухарин Иван, Дорофеев Денис, кисәне алып барыусы, мәҙәниәт йорто директоры Альбина Килмәтоваға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Эҫе сәй, һыйлы өҫтәл әҙерләп, бик күп тәмлекәстәр бешереп алып килгән уңған хужабикәләребеҙ Хәбиева Нурияға, Әлмөхәмәтова Рәсимәгә, Бухарина Иринаға, Үлмәҫбаева Фәнүзәгә, Рыҫҡолова Земфираға, Юлҡотлина Альмираға, Хәмиҙәгә, һәм дә башҡа ҡатнашҡан ауылдаштарға, ҡыш бабайыбыҙ Араптанов Раилгә, ҡарһылыуыбыҙ Жанна Гордееваға ҙур ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Был сара тураһында Альбина КИЛМӘТОВАның фекере лә гәзиттә баҫылды.