Байрамдар
15 Января 2022, 04:26

Дуҫлыҡты нығыттыҡ

Ҡышҡы каникул ваҡытында Шәбағыш ауылында ғәҙәткә кереп ҡалған «Ҡышҡы уйындыр» булды.  

Дуҫлыҡты нығыттыҡДуҫлыҡты нығыттыҡ
Дуҫлыҡты нығыттыҡ

Был ҡыҙыҡлы сараны клуб мөдире Розалия Әхиәрова менән бергә ойошторҙоҡ. Ата-әсәләр, төрлө йәштәге балалар, уҡыусылар, ҡунаҡҡа ҡайтыусы балалар барыһы ла саналар, снегокаттар, тюбингтарын алып килгәндәр. «Дуҫлыҡ» hәм «Ҡар бабайҙар» тип исемләнгән ике командаға бүленеп ярыштыҡ. «Тура бәреү» «Кем беренсе», «Беренсе ураусы», «Балыҡсы», «Йыраҡ шыуыусы» кеүек төрлө ҡыҙыҡлы спорт уйындары үткәрелде. Балалар өсөн ата-асәләре ҡул сабып беренсе килеүҙәрен ҡыуанышып, түҙемһеҙләнеп көтөп торҙолар. Әсәйҙәр ҙә тик торманы, улар балалары менән бергә ҡар бабай яһанылар. Хатта 3 йәшлек бәләкәй малай ҙа тырышып яһаны үҙенең ҡар бабайын. 

Шулай уҡ Шәбағыш ауыл биләмәһе башлығы Илшат Рахмаев та барыһын да байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Әлфиә ӘМИНЕВА, Шәбағыш мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы

Хат тулы килеш гәзиттә сыҡты. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас