Байрамдар
19 Января 2022, 05:19

Көтәбеҙ

Беҙ нимәнелер планлаштырабыҙ, алға ҡарап, маҡсаттар ҡуябыҙ, ә тормош үҙенекен итә: төҙәтмәләрен керетә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
КөтәбеҙКөтәбеҙ
Көтәбеҙ

Алға ҡуйылған ҡайһы бер матур-матур пландар килеп сыҡмайыраҡ тора. Был аҙнала Түбәнге Бабалар ауылының яңы клубын асырға тейеш инек. Булмай. Сиргә бәйле, бөтөн сараларҙы кисектереп тороғоҙ тинеләр. Унан ары Яулыҡ байрамы ла булырға тейеш ине (5 февралдә), быныһы ла булмай. Яҡшы замандар еткәнсе, көтөп тора. Быларынан тыш, Ермолаево бассейны ла эшләнеп бөтөп килә, уны ла ҙурҙан ҡубып асҡанда шәп булыр ине. Бөтәһе лә һуңыраҡҡа ҡалдырыла килеп сыға. Көтәбеҙ. Байрамдар ҡасмаҫ, уларға тиклем иҫән генә барып етергә булһын.  

Фотола: Түбәнге Бабалар яңы клубтарында ЯҢы йылды үткәреп тә өлгөрҙө. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас