4 феврәлдә Яҡшымбәттә тағын елле байрам. Ҙурҙан ҡупҡан байрам булмаҡсы. Төрлө ҡышҡы уйындар, скандинав таяғы менән йөрөү буйынса ярыш, хоккей, фермер Бикмаев хужалығына сәйәхәт, спекталь ҡарау һәм сөннәт йолаһы.
Аңлағанһығыҙҙыр, был ҙур байрам тиккә генә үткәрелмәй, барыһы ла Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә буласаҡ. Ситтән дә килә ҡунаҡтар, телекамералар эшләйәсәк, фотоаппараттар шалт та шолт итәсәк. Тағы нимә - күргәс, яҙырбыҙ.