

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, ейәнсәрем, апайыбыҙ Сабина Фәрит ҡыҙы ӘБСӘЛӘМОВАны күркәм 25 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Йәшлегеңдең бөрөләнгән ваҡыты, ғүмереңдең иң гүзәл, дәртле, күңелле мәле. Һине тыуған көнөң менән ихлас тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, эшеңдә уңыштар, өмөтлө хыялдарыңды, маҡсаттарыңды томошҡа ашырып, беҙҙең ғорурлығыбыҙ булып йәшәүеңде теләйбеҙ.
Аҡ, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер һәм ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңеле нуры менән тирә-йүнде матурлай, дуҫтарына, туғандарына, күңел йылыһын өләшә.
Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тип әйтәләр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән әнейең Гүзәл, әтейең Фәрит, һылыуың Алина, кейәүең Айҙар, уларҙың улдары Алан, туғаның Камила, өләсәйең Гөлсәсәк һәм Әбсәләмовтар, Әсфәнидәровтар, Әбдрәшитовтар, Хәсәновтар, Арыҫлановтар, Әбдрәхимовтар, Зәйнәғәбдиновтар ғаиләләре.