Байрамдар
4 Февраль 2022, 07:29

Тормоштағы урын

Көн бөгөн ныҡ ҡыҙыу. Ҡайҙа өлгөрөргә, ҡайҙа барып тотонорға белеп булмай, үҙебеҙгә урын таба алмайбыҙ, хәйер, тыныс ваҡыттың булғаны бармы икән?

Тормоштағы урынТормоштағы урын
Тормоштағы урын
Дума депутаты менән осрашып саҡ ҡайттыҡ, Яҡшымбәткә барып булманы. Кисә бер генә кешебеҙҙе, исмаһам, алығыҙ тип ялбарһаҡ та, беҙгә урын табылманы, машинаға туп-тулы тейәлеп барабыҙ тинеләр. Кем бара? Башлыҡ үҙе, мәҙәниәт бүлеге, социаль өлкә, ҡоролтай, тағы әллә кемдер... кемдең телевизорға төшкөһө килә, барыһы ла шикелле. Ауыл башлығына шылтыратһаҡ, телефонын алмай, былар килмәһә ярар ине тигән кеүек булды, киноға төшәм тигәндәр һеҙҙән башҡа ла йәһәнәм. Етмәһә, пандемия, йөрөмәгеҙ кеше һанын арттырып. Элек беҙҙе, ниндәйҙер сараға бармай ҡара, әрләй инеләр, хәҙер.... 
Йөҙөбөҙ башҡараҡмы, нәҫелебеҙ менән бәләме - телевизорға эләгеп булманы, хәйер, актерлыҡ һәләтебеҙ ҙә юҡ. Быныһы ярар, Яҡшымбәттәрҙең үҙҙәрен күрергә теләк ҙур ине - Айыҡ ауылда еңһендәр тип беҙ ҙә янабыҙ ҙа ул. 
Ә бында әле -Яҡшымбәттә байрам бара, клуб, мәктәп, мәсет, төшөрмәгән ерҙәре ҡалмаған. Тиҙҙән ферма була, сөннәт, скандинав таяғы менән йөрөү.... Яҡшымбәттәр тарихҡа инеп ҡала. Айыҡ ауылда еңһәләр, шәп булыр ине, ТВ тағын килер, бәлки, ул саҡта киноға эләгә алырбыҙ -  урын булһа. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас