Байрамдар
26 Февраль 2022, 06:37

"Айыҡ ауыл" кубогы өсөн алыш

Беҙ гел беренсе булырға яратабыҙ. Тәүге халыҡ өмәләрен Көйөргәҙе районында булды тинек, Яулыҡ форумын да, хәҙер инде әллә нисәнсегә, тәүге булып үткәрәбеҙ.

"Айыҡ ауыл" кубогы өсөн алыш"Айыҡ ауыл" кубогы өсөн алыш
"Айыҡ ауыл" кубогы өсөн алыш

Яҡуттар ҙа беренсе булырға ярата, кемгәлер эйәреп барыуҙы ендәре һөймәй. Уларҙа бөгөн хоккей буйынса "Айыҡ ауыл" кубогы ярыштары. Ғәләмәт! Мораптал биләмәһе башлығы Асҡар Кинжәлиев был үтә ныҡ мәртәбәле, тарихи ваҡиға ла баһа тип, махсус кубок алған, Яҡут боҙ майҙансығы ныҡлап таҙартылған, ҡырылған. Ә ауыл хоккейсылары бөгөн иртәндән алып Яҡшымбәт егеттәрен көтә - алышырға. Яҡшымбәттәр саҡ ҡына һуңлап килде. Шулай ҙа был байрам кәйефен төшөрмәне - китте егеттәр йәнтисләм алышырға. Ике ауыл - береһе Айыҡ тигән почетлы исемде алды, икенсеһе алырға йөрөй, һәр береһендә дәрт, сәм, ныҡышмалыҡ... Әллә нисә кубокка етерлек.

Әле алыштың ҡыҙған мәле. Был турала ентеклерәк - киләһе һанда. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас