

Һеҙҙең ниндәй икәнегеҙҙе бөгөнгө һауа торошо күрһәтә, тип көлдө Юлай Талха улы. Һеҙһеҙ донъя булмаҫ ине, беҙҙең барлыҡ эштәребеҙ, батырлыҡтарыбыҙ һеҙҙең өсөн.
Һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым.
Ҡатын-ҡыҙ ул ғаилә, Ватан, ул бар донъя, тине.
Һеҙһеҙ бер нимә лә булмаҫ ине. Барлыҡ йырҙар, шиғырҙар бөтәһе лә һеҙгә ҡарап, һоҡланып, башҡарыла.
Һуңғы ваҡыт кем көслө зат икәненә ышанып та булмай. Һеҙ ҡай саҡ ирҙәрҙән дә көслөрәк, улар һүнеп ҡалғанда һеҙ уларҙы поддерживать итәһегеҙ.
Бөгөнгө көндә еңел булмаған тормошта йәшәйбеҙ. Ошо мәлдә әсәйҙәребеҙ үҙ улдарын көтөп ала алһын ине. Былтыр барыбыҙ ҙа һаулыҡ теләй инек, быйыл был теләктәргә тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ тигән һүҙҙәр ҡушыла.