Байрамдар
5 Март 2022, 07:52

Оло баһа

Фидалия Боҫҡанова, Шәүәли Вахитов исемендәге премия лауреаты: 

Оло баһаОло баһа
Оло баһа

- Был фермала һауынсы булып эшләүемә 22 йыл. Фермабыҙҙа барлыҡ заманға ярашлы ҡоролмалар булыуына ҡарамаҫтан эшебеҙ бик еңелдән тип әйтеп булмай, 200 баш һыйырҙы 2 кеше һауабыҙ. Һыйырҙарыбыҙ һөттө яҡшы бирә, тәүлегенә 900-1000 литр була, нормаһы тулыһынса үтәлә.
Шәүәли Вахитов исемендәге премияны алыуыма сикһеҙ шатмын һәм ғорурланам. Был минең өсөн, эшләгән эшем өсөн бик ҙур баһа. Эшебеҙҙе күрә белеүсе, һәр саҡ дәртләндереп тороусы хужалығыбыҙ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға, шулай уҡ бергә эшләгән коллегаларыма, фермабыҙ мөдире Иҙрис Риф улы Боҫҡановҡа рәхмәттәрем сикһеҙ. Район хакимиәтенә лә төрлө премиялар булдырып, беҙгә ихтирам, иғтибар бүлеүҙәре, байрам кәйефе бүләк итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас