

Байрам Бөйөк пост алдынан, Пасхага тиклем ете аҙна ҡалғас ете көн дауамында билдәләнә.
Ҡышҡы оҙатып һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы "Толпар" балалар баҡсаһында уҙҙы.
Яңы ғына бешеп сыҡҡан эҫе ҡоймаҡтар менән һыйларға өләсәйҙәр ҙә килде.
Тик бөгөн ямғыр яуа, балалар тышҡа сыға алманы, шулай ҙа балалар аптырап торманылар, теләгән бер бала үҙ һәләтен күрһәтә алды.
Балаларға байрам бик оҡшаны!
Матур итеп биҙәлгән күргәҙмә янында иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Яҙҙы ҡаршы алған был байрам бөтә донъя халҡын берләштергән кеүек, беҙҙең балаларҙы ла берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа өйрәтер һис шикһеҙ!
Ҙур рәхмәт ошо байрамды матур итеп ойошторған тәрбиәселәргә!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.