

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым! Барлыҡ гөлләмәләр, яғымлы һүҙҙәр һәм иң яҡшы теләктәр тик һеҙҙең өсөн генә, хөрмәтле гүзәл заттар.
Тормошобоҙҙо, һеҙ, гүзәл заттар биҙәйһегеҙ, ғаилә усағын йылытаһығыҙ, һаҡлайһығыҙ, төрлө өлкәләрҙә ир-аттарыбыҙ менән бер тиң хеҙмәт итәһегеҙ. Иң мөһиме – һөйөклө әсә, балаларға ғүмер бүләк итеүсе бөйөк зат. Киләсәктә лә йортобоҙ йәме, донъябыҙ тотҡаһы булып, тормошто нурлап ҡына ғүмер кисерергә яҙһын.
Һеҙгә мөхәббәт һәм етеш тормош, бәхет, уңыштар, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәүегеҙҙе, сәләмәт, бәхетле һәм һөйөклө булыуығыҙҙы теләйем. Яҙ һеҙгә тик ҡыуаныстар һәм теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын килтерһен.
Юлай ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.