

Ата-әсәһенә, ҡайны-ҡәйнәһенә,
Изгелекле килен булған ул.
Киң күңелле, туғандары өсөн,
Иң мөһиме: дини булған ул.
Күршеләргә, яҡын ҡәрҙәштәргә,
Иғтибарлы, яҡын күреүсе,
Алсаҡ йөҙлө, миһырбанлы килен,
Барыһын да үҙ итеүсе.
Ата-әсәләрен хөрмәт иткән,
Тоғро иптәш булған иренә.
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше,
Көн буйына етә киленгә.
Туғыҙ айын ҡорһаҡта йөрөтә,
Ниндәй бала булып тыуыр ул.
Улмы-ҡыҙмы? Кем булһа ла булһын
Аҡылы камил булып тыуһын ул.
Ағзалары булһын инде теүәл,
Изгелекле, тәүфиҡ-бәхетле.
Көнө-төнө бер Хоҙайҙан теләп
Саҡ еткерә һуңғы айҙарын.
Бала тапҡан әсә генә белә,
Бер көн - бер йылдарға торошло.
Төнгө йоҡолары йоҡо түгел,
Ике йәнгә бирә өлөштө.
Аслыҡ йылдарында ҡатын-ҡыҙҙар
Ризыҡ әҙерләгән юҡтан да.
Кесерткәндән, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡтан
Балтырғандан, йыуа, ҡаҡтан да.
Үҙе тәрбиәле ҡатын-ҡыҙҙар
Тәрбиәләй ирҙе, баланы.
"Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә
ҡатын",-ти бит халыҡ мәҡәле.
Һәр эшләгән эше тәсбихҡа тиң,
Йөн иләһә, туҡмас ҡырҡһа ла.
Һыйыр һауа, аш-һыу әҙерләһә,
Утын ҡырҡып, мунса яҡһа ла.
Аталы ла бала арҡалы тип,
Әсәле лә бала иркәле.
Белмәй әйтмәгәндәр боронғолар
Йүнһеҙҙәрҙең юлы кәртәле.
Ололарға хөрмәт, кеселәргә шәфҡәт
Мәрхәмәтле беҙҙең ҡатындар.
Аллаһ рәхмәтендә булғырҙары
Йәннәт эстәрендә ҡалһындар.
Мәсеттәргә ирҙәр йөрөһөндәр,
Һауаптары тупһаға еткәнсе.
Ҡалғандарын ҡатын-ҡыҙ башҡара
Ҡәберҙәргә кереп киткәнсе.
Ер - әсә!- тип юҡҡа әйтмәгәндәр
Туйындырған-кейендергән ер.
Ер-әсәгә тиңдәш ҡатын-ҡыҙҙар
Тылсымлы ҡулдары сәскә-гөл.
Изге ҡатын изге булып ҡала,
Йөҙө яҡты Аллаһ ҡаршыһында.
"Йәннәт ҡайҙа"- тип һорамағыҙ -
Әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында.