Байрамдар
18 Марта 2022, 10:46

Тылды һаҡлау

Ул беҙҙең менән инде 8 йыл бергә - Ҡырым.

Тылды һаҡлауТылды һаҡлау
Тылды һаҡлау

Бына бөгөн ошо датаның юбилейы тип, Көйөргәҙе районы ла йыйылышты - автоуҙышҡа. Ауыл урамдары буйлап бипелдәп үтер алдынан митинг булды, иң олоһо бында һин тип, тәүге һүҙҙе ҡоролтай рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовҡа бирҙеләр. 

- Ҡырым гел беҙҙең йөрәктәрҙә булды, хатта Украина составында булғанда ла шулай ине, - тине Юлай Юныс улы, - әле тормош тыныс түгел, үҙегеҙ күрәһегеҙ, телевизор ҡарайһығыҙ, малайҙар иҫән ҡайтһын. 
- Украинаны бандеровсыларҙан азат итәсәкбеҙ, - "Хәрби берҙәмлек" ойшомаһы етәксеһе Валерий Кулдишов та аҡһаҡалдың һүҙен ҡеүәтләне, - еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, белһендәр: беҙ тылды ныҡ һаҡлайбыҙ. 
"Йәшлек" мәҙәниәт һарайы артистары йырлап ебрәҙе, әйҙәгеҙ бейейек тигәйнеләр ҙә, йыйылған халыҡ әллә ни дәрт итмәне, ике-өс ҡыҙ ғына һелкенеп йылынып алды.  
Артабан урам ҡыҙырырға киттеләр, машиналар апаруҡ ҡына йыйылған. Ермолаево үҙәгендәге Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәленә сәскәләр һалынды, марштың аҙағы башланған ерҙә тамамланды - күмәкләп тороп ЗЕТ хәрефе яһанылар
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас