Өфөлә генә, ана, ҡалай елле концерт булды. Ермолаево ауылын бер итеп, машиналарҙа әйләндек. Күмертау ғына ниңә өндәшмәй тип аптырап ултырһаҡ, бөгөн саңғы ярыштары үткәрҙеләр.
Ниңәлер, ялҡынлы телмәрҙәр булманы, йыйылыштылар, саңғыларын рәтләнеләр ҙә - алға. Етәкселәр үҙҙәре өлгө күрәһтер тиһәк, юҡ, бер-ике чиновник ҡына саңғыға атланды. Ә сара барыбер шәп булды - тәндәр яҙылды, саф һауа һуланды. Ошо һауабыҙ әлегеләй һәр саҡ таҙа, зәңгәр булып ҡалһын ине.