Байрамдар
21 Март 2022, 11:15

Донъя матур

Рәмилә ҠУЖАҠОВА, Иҫке Мораптал ауылы.

Донъя матурДонъя матур
Донъя матур

Донъя матур
Донъя матур, йәшәү рәхәт,
Барыр юлыбыҙ асыҡ.
Юҡ бер кемгә зыяныбыҙ,
Беҙгә ҡылалар хаслыҡ.

Донъя матур, йәшәү рәхәт,
Йәшәһәк шөкөр итеп.
Кемдер Ерҙә һуғыш көҫәп,
Күңелде ҡуя китеп.
Донъя матур, йәшәү рәхәт,
Тәндә һаулыҡ булғанда.
Йән тыныслана аламы,
Дошман ҡорал алғанда.
Донъя матур, йәшәү рәхәт,
Булмаһын ғына аслыҡ.
Бәхетле йәшәрбеҙ бары,
Ерҙә булһа тыныслыҡ.

ЯҘ
Яҙҙың тәүге сәләмдәре -
Ҡайтты ҡара ҡарғалар.
Күл өҫтөнә шәре сыҡты,
Шиңә бара һырғалаҡ.
Көндөң ҡулы оҙонайҙы,
Йылмайып ҡарай ҡояш.
Ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтар
Ергә күҙ йәшен ҡоя.
Тауҙай өйөлгән көрттәрҙе,
Ашай ҡояш нурҙары.
Гөрләүек булып урамдан
Йүгерер ҡар һыуҙары.
Талдар асыр бөрөләрен,
Ҡоштар ҡайтыр әйләнеп.
Уяныр умырзаялар,
Бар тирә-яҡ йәмләнер.

Мин сабыр
Мин былай сабыр,
Ярайһы түҙәм.
Гел өҙөк өмөт
Мәрйенен теҙәм.
Һалам ямаулыҡ,
Йыртыҡ күңелгә.
Ялҡын өҫтәйем
Һүнгән күмергә.
Киләм йөрәкте
Бәйләп аҡылға.
Мин тыныс икән –
Тын аға йылға.
Түҙем булһам да,
Булһам да беше.
Уйламағанда
Һытылды шешем.
Ярылды сәсрәп,
Йыйылған юшҡын.
Сиктәрҙән ашҡан
Мин - яҙғы ташҡын.
Көтмәгәнһеңдер.
Тураһын аттым.
Туңған күңелдең,
Боҙҙарын ваттым.
Ҡасан һәм нисек
Бәйләнер ара?
Ағымға ҡаршы
Һин йөҙөп ҡара.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас