

Мин бәхетле
Мин бәхетле, аҡ донъяны
Әсәй миңә бүләк итте.
Зәңгәр күктән шаян ҡояш
Наҙлап йылы нурын һипте.
Мин бәхетле, аҡ донъяла
Тик уңыштар миңә юлдаш.
Рәхәтләнеп йырҙар һуҙам,
Йырсы ҡоштар миңә моңдаш.
Ниндәй рәхәт ерҙә йәшәү,
Туғандарым янда булғас.
Күңел үҫә, ҡанатлана,
Мөхәббәткә, наҙға тулғас.
Бәхетлемен, мин бит әсәй,
Ике улым - ике ҡанат.
Наҙлы ҡараштары аша
Торалар бит серле ҡарап.
Бәхетлемен, янымда бит,
Парлап осор йән дуҫым бар.
Беҙ осабыҙ зәңгәр күккә,
Икһеҙ, сикһеҙ бейеклеккә.
Тал бесәйҙәре
Иркәләнеп күҙ ҡабағын
Аса тал бесәйҙәре.
Был күренеш бит йәшәүҙең
Көтөп алған мәлдәре.
Ярала шул яңы ғүмер,
Тал бөрөһө төҫөндә.
Оҙон төн буйы йәш талдар
Йөҙгән хистәр эсендә.
Татлы емеш - тал бесәйе
Тырпайта йомшаҡ башын.
Гүзәл күренештәр булып
Йәшәүҙең йәме артһын.
Яҙғы ҡояш нурҙарына
Уяна тал бесәйҙәре.
Ниндәй гүзәл ошо яҡты
Донъяла йәшәүҙәре.
Яҙ - шиғыр иле
Был яҙ үҙе шиғыр иле,
Яҙ, яҙ, яҙ! - тиеп тора.
Хыял иленә саҡыра,
Уй-моңдарға батыра.
Яҙ, яҙ, яҙ! - тиеп, тама тамсы,
- Бер минут та һуңлама.
Ваҡытың юҡ, - тиһәләр ҙә
Бер кемде лә тыңлама!
Яҙам, яҙам! Ҡағыҙ алда,
Тирбәлә ҡулда ҡәләм.
Моң илендә тирбәлгәндә
Бар донъя, барса ғаләм.
Күктәрҙең зәңгәр толомон
Аҡ ебәк менән урап.
Ҡара ергә ныҡлы баҫып,
Торам уйҙарҙы уйлап.
Хыялыйҙыр, - тимәгеҙсе,
Күңел моңланып йырлай.
Яңы шиғыр яҙсы! - тиеп
Тамсылар тама тынмай.