

Балдай татлы ергенәм...
Йомарланым йөрәгемде усҡа -
Ул һулҡылдай тыуған ер менән.
Тәпәй баҫҡан буҫағамда илай,
Кендек ҡаным тамған ергенәм.
Селтербейем, Рәүҙәк буйҡайҙары
Ожмахтарың ары торорлоҡ!
Күңелемдә тыуған ерем өсөн
Ыласынташтай сая ғорурлыҡ!
Яуҙар сапҡан атай – олатайым,
Илен һаҡлап француз – фашистан,
Уйламаған килер ти(е)п бер көн,
Һатылыр ти(е)п ерҙәр, аһ, бушҡа.
Ве хэппиҙәр бәхет өләшерме? -
Тыуған тупраҡ, һыуым шул затлы.
Бал ҡорттары гөжләп сәскә имһә -
Бәхетлемен ерҙә шул саҡлы.
Алтын гәрәбәләй башҡорт балы
Тик башҡортта ғына, белегеҙ!
Француздарға бирмәк булып ерҙе
Йәнебеҙҙе ярып телдегеҙ!
Үҙ еренә башҡорт үҙе хужа,
Уян, башҡорт, күтәр башыңды!
Ваҡыт, халҡым, ваҡыт уянырға
Тарих яҙыр өсөн ташыңда!
Рима АРЫҪЛАНОВА Күмертау ҡалаһы