Байрамдар
21 Марта 2022, 11:20

Яҙ!

Хәлиҙә СОЛТАНҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы

Яҙ!Яҙ!
Яҙ!

Тәбиғәт аса күҙен,
Ҡосағын йәйә күгем.
Бөрөләр морон төрткәндә,
Шартлап асыла күңел.
Яҙ!
Йырылғанда йылғалар,
Йырындарҙан йыр аға.
Аҡ, һары, күк күлдәк кейгән
Умырзая ҡырҙарҙа.
Яҙ!
Йылы йомшаҡ елдәр ҙә
Һөртөп ала йәшемде.
Көләс нурҙарҙан оялып,
Һағыштарым йәшенде.

Ни булған?
Йә томан, йә буран...
Был көнгә ни булған?
Тәбиғәт тилергән –
Аҫты-өҫкә килгән.
Яҙ килгән, тип уйлай –
Ҡарғалар ҡарҡылдай.
Тамсылар тыпылдай,
Ә тышта һыуығай.
Йә томан, йә буран...
Күңелгә ни булған?
Ҡышын – яҙ, яҙын – ҡыш:
Зилзилә был яҙмыш.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас