!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Илебеҙ, тыуған еребеҙҙең рухи ҡиммәттәрен һаҡлау – иң яуаплы һәм изге миссияларҙың береһе. Беҙҙең һөнәр кешеләре - сағыу, дәртле, инициативалы. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ сәләмәт шәхес үҫтереүгә булышлыҡ итә, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә бирә, ижад иленә һөйөү уята, тормошобоҙҙо төрлөләштерә һәм ҡыҙыҡлы яһай.Һеҙ - ижадсылар, энтузиастар, үҙ эшенә ғашиҡ булған профессионалдар һәм әлбиттә Көйөргәҙе районының мәҙәниәте тик һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең емеше. Тик һеҙ булғанда районыбыҙҙың мәҙәни тормошо йылдан йыл сағыуыраҡ һәм йөкмәткелерәк: яңы таланттар асыла, яңы ижади коллективтар барлыҡҡа килә, яңы үрҙәр яулана.Был иҫтәлекле көндә һеҙгә бөйөк һөнәрилегегеҙ һәм тынмаҫ ижадығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Илһам сығанағығыҙ тынмаһын, көс-дәртегеҙ янып торһон, ижади эҙләнеүҙәр һәм яңынан яңы ҡаҙаныштар теләйем. Байрам менән!
Л.Ғ. НУРИӘХМӘТОВА,Көйөргәҙе районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы.
+22 °С
Ямғыр



