Көндәр әле яҙҙыҡына әллә ни оҡшап етмәһә лә, Яҡут ауылы йылдың иң йәмле миҙгелен ҡаршы алған: Науруз байрамы үткәргән.
Яҡут ауылы далала урынлашҡан, шуғалырмы, балаларҙың күңелле тауышы әллә ҡайҙарға тиклем таралған, кемдер хатта, әллә шаштырып, Иманғолдв ла ишетелде тип әйтә. Яҡут Наурузының файҙаһы ғәләмәт булған: тәмләп сәй эскәндәр, уйындар уйнағандар, ә иң мөһиме, бала-сағаның теләген Хоҙай бабай ишеткән: был аҙнала ысын яҙ килеп етә икән - көндәр йылына.