Байрамдар
30 Март 2022, 12:17

Бойоҡма, майҙан

Әле район хакимиәте алды нисектер моңһоу ғына, күңелһеҙ булып тора.

Бойоҡма, майҙанБойоҡма, майҙан
Бойоҡма, майҙан

Кәйефһеҙ мәле. Тик был ваҡытлыса. Саҡ ҡына торараҡ, 8 апрелдә, бында килһәгеҙ, уны таный ҙа алмай торорһоғоҙ. Ҡарҙар булмаҫ, ҡояш балҡып торор, майҙан үҙе бейеп торор, бар тирә яғын халыҡ баҫып алыр - Казарла казактарҙың хәрби сәнғәте фестивале буласаҡ. Кеше күп киләсәк, рус казактары менән бер рәттән беҙҙең мәргән уҡсылар булыр тип тә көтөлә. Яҡшымбәттән киләсәктәр, Айыҡ ауыл сиктәрендә, халыҡ йолаһын күрһәтәсәктәр. Мәмбәтҡолдан Минияр Хәйбуллин да, бөтөн музей экспонаттары менән,  киләм тип тора. Казактар маршы, парады буласаҡ. Аҙаҡ Түңәрәк өҫтәл уҙғарыласаҡ - патриотизм темаһына. Ығы-зығы күп буласаҡ, ҡыҫҡаһы. Был киң ҡоласлы байрамды күрергә тип, республика башлығы ла киләсәк. Уға Минияр абзый, моғайын, берәй тимер кейемен кейҙереп ҡарар, барғас, күрербеҙ. Радий Хабиров был көндө, әйткәндәй, Күмертауға ла килә. КүмАПП-ға инәсәк. Яҙ тулыһынса үҙ көсөнә ингән мәлдә беҙҙе ана ниндәй ҙур байрам көтә. 

Бойоҡма, майҙан, күңелһеҙ мәлдәр барыһы ла ваҡытлыса. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас