

Яҙ һәм хеҙмәт байрамына йыйылыусы халыҡты ауыл биләмәһе башлығы Юнир Ирек улы, район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы һәм баш ҡала ҡунаҡтары сәләмләп үтте. Артабан байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына барҙы.
Яҡшымбәттәр барыһын да еренә еткереп эшләп өйрәнгән, "Айыҡ ауыл - 2021" Республика конкурсы сиктәрендә шәп сара уҙа тигәс, ныҡлы әҙерләнгәндәр. Байрам майҙансығы гөрләп тора. Ҡунаҡтарҙың, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, йолалар, концерт программаһын ҡарау, йылы аштарҙан ауыҙ итеү, хатта крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының продукцияларын һатып алыу мөмкинселеге лә булды.
Был биләмәлә ниндәй тырыш, хеҙмәт һөйөүсән халыҡ йәшәгәнен әйтеп тораһы ла түгел, бөгөнгө сара быны тағы бер ҡат иҫбатланы.
Байрам репортажын киләһе һанда уҡығыҙ.