Әле әҙерлек көслө бара. Ҙур ғына концерт та була. Ауыл артистары сығыш яһаясаҡ. Быныһы ярар, ауыл башлыҡтары үҙҙәре лә был концертта һөнәрен күрһәтергә тейеш була. Кисә беҙгә бер ауыл башлығы шылтырата:
- Беҙҙең эш былай ҙа ауыр, һәр сөскөргән, бышҡырған өсөн яуап бир ҙә ултыр, аҡса юҡ. Башҡа һуғып ҡына торалар. Һәр нәмә өсөн беҙгә штраф һалырға ғына торалар. тора-бара ауыл башлығы булырға теләгән кеше ҡалмаясаҡ. Һәм бына - концерт. Хәҙер беҙ сәхнәгә менеп, йырлапмы-бейепме, өзләпме торорға ла тейеш. Ауыл халҡы мотлаҡ әйтәсәк: юлдарынан йөрөрлөк түгел, ә үҙе йырлап тора. Мин артисмы ни? Ундай һөнәрем юҡ, ҡолаҡҡа айыу баҫҡан, аяҡтар ҡамыт. Шиғыр ғына һөйләмәһәм, уныһына ла хәтер юҡ. Аптыраҡ. Управделами ғына сығып берәй нәмә ҡыландырмаһа. Байрамда рәхәтләнеп концерт ҡарап, сәскәләр ҡосаҡлап ҡына ултыраммы тиһәм.... Ултырҙың.