Байрамдар
21 Апреля 2022, 04:03

Рәхмәт һүҙҙәремде ҡабул итегеҙ

Хөрмәтле урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, муниципаль хеҙмәт ветерандары, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре!

Рәхмәт һүҙҙәремде ҡабул итегеҙРәхмәт һүҙҙәремде ҡабул итегеҙ
Рәхмәт һүҙҙәремде ҡабул итегеҙ

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Урындағы үҙидара көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Халыҡҡа хеҙмәт итеү - ул еңел булмаған, һәр саҡ күренеп тормаған ҙур хеҙмәт һәм яуаплылыҡ. Райондың социаль һәм иҡтисади үҫеше, бында йәшәгән халыҡтың именлеге өсөн урындағы үҙидара органдарына ҙур яуаплылыҡ һалынған. Нәҡ ошо урындағы власҡа, халыҡ тарафынан һайланғандарға кешеләр үҙҙәренең иң мөһим проблемалары, мәсьәләләре һәм хәстәрҙәре менән мөрәжәғәт итә. Урындағы халыҡтың нисек йәшәүе, уның киләсәге тап һеҙҙең яуаплы эшегеҙҙән тора.
Муниципаль хеҙмәткәрҙең эше хужалыҡтың төрлө тармаҡтары буйынса яҡшы белем, ҙур яуаплылыҡ, үҙ-үҙеңде даими контролдә тотоу һәм түҙемлек талап итә. Үҙең менән бергә йәшәгән кешеләргә хеҙмәт итеүҙән дә абруйлыраҡ һөнәр юҡ. Тыуған районыбыҙ мәнфәғәте өсөн көн дә тырышып, күңел һалып хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн байрам уңайынан рәхмәт һүҙҙәремде ҡабул итеп алығыҙ. Һеҙҙең яуаплы эшмәкәрлегегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйем! Һеҙҙең янда һәр саҡ өмөтлө һәм ышаныслы ярҙамсыларығыҙ, фекерҙәштәрегеҙ булһын! Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ ҡеүәт, халыҡҡа намыҫлы хеҙмәт итеүҙәге еңел булмаған һәм яуаплы эшегеҙҙә һөнәри уңыштар һеҙгә!
Хөрмәт менән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Ю.Т. Ильясов

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас