Все новости
Байрамдар
29 Апреля 2022, 11:49

5 йәштән бейейем

Бөгөн - Халыҡ-ара бейеү көнө. Шул уңайҙан үҙебеҙҙең район-ҡалабыҙҙа бейеү менән янып йәшәүселәрҙең фекерҙәре менән бүлешәбеҙ.

5 йәштән бейейем
5 йәштән бейейем

- Мин 5 йәшемдән алып бейейем, әле миңә 45 йәш, бейеү стажым 40 йыл тип әйтергә була. Был сәнғәт өлкәһендә, профессиональ стажым 25 йыл. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжына уҡырға индем, бер юлы эшкә лә төштөм, Стәрлетамаҡ дәүләт филормонияһында Фәдис Ғәниевтың балет труппаһында хеҙмәт юлымды башланым. Уҡыуымды тамамлағас Ҡазан дәүләт мәҙәниәт университетына уҡырға индем һәм ошо өлкәлә эшемде дауам иттем. Был юлы Зәйнәп Фәрхетдинова һәм Зөфәр Билаловтың труппаһында бейенем һәм шулай уҡ Ғ. Кәриев исемендәге йәш тамашасы театрында баш балетмейстер ҙа булып эшләп йөрөнөм. Уҡып бөтөп, ҡулыма диплом алғас Әлмәт ҡалаһында Б. Ибраһимов театрында һәм Татар дәүләт драма театрында баш балетмейстр булып эшләнем. Шулай бейеү менән бәйле тормошом дауам итте. Артабан тыуған яҡтарға ҡайтып эшләргә ҡарар иттем һәм 2013 йылдан алып Мораптал мәҙәниәт йортонда "Нур" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе булып эшләп киләм. Был сәнғәт өлкәһе миңә бик оҡшай, эшем менән ҡәнәғәтмен. Балалар күп, улар бейеү сәнғәтен үҙ итә, ансамблгә 30 бала йөрөй, Аллаға шөкөр. Бөгөнгө көндә бейеү көнөн ҙурлап үткәреү ниәте менән янып йөрөйбөҙ, репитицияларҙа ҡайнайбыҙ. Был байрамды Октябрский ҡалаһында үткәрәбеҙ, унда беҙҙең "Сәфәр" һәм "Нур" ансамбелдәре 10 халыҡ бейеүе алып барасаҡ, Ырымбур өлкәһенең бейеүселәре лә был байрамға ҡушыласаҡ. Байрам гөрләп, шәп үтер тип өмөтләнәбеҙ.

5 йәштән бейейем
5 йәштән бейейем
Автор:
Читайте нас: