Все новости
Байрамдар
1 Мая 2022, 09:00

1 май - яҙ һәм хеҙмәт байрамы

Хөрмәтле көйөргәҙеләр!

1 май - яҙ һәм хеҙмәт байрамы
1 май - яҙ һәм хеҙмәт байрамы

Һеҙҙе ихлас күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Заманалар үҙгәрә, ләкин был яҙғы байрам иң яратҡан байрамдарҙың береһе булып ҡала.
1-се Май – хеҙмәтсе кешегә хөрмәт, кәйеф күтәренкелеге, яҡшы үҙгәрештәргә өмөттәр, йәмғиәт берҙәмлеге һәм тыныслыҡ билдәһе. Бөгөнгө көндә үҙ балаларыбыҙҙа эш кешеһенә ҡарата хөрмәт һәм мөхәббәт, бурыслы булыу һәм яуаплылыҡ сифаттарын тәрбиәләргә, быуындын-быуынға күсә килгән яҡшы йолаларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.
Ысын күңелдән бөтәгеҙгә лә яҙғы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем! Яҡындарығыҙҙың күңел йылыһына, мөхәббәтенә төрөнөп йәшәгеҙ һәм хеҙмәтегеҙгә күрә хөрмәте булһын!
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: