Все новости
Байрамдар
1 Мая 2022, 09:03

1 май - яҙ һәм хеҙмәт байрамы

Ҡәҙерле күмертауҙар!

1 май байрамы беҙҙең өсөн дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, яҡты өмөттәр, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе.
Хеҙмәт төрлө ҡараш һәм быуын кешеләрен берләштерә. Тап эшһөйәрлек йәмғиәтте үҫтереү, ҡуйылған маҡсаттарға уңышлы ирешеүҙең нигеҙе булып тора. Ошо уңайҙан рәхмәт һүҙен хеҙмәт ветерандарына, оло быуын вәкилдәренә, ҡалабыҙҙың сәскә атыуына көсөн һәм тырышлығын йәлләмәгән эшсәндәргә еткерәм.
Һәр кемдең дә хеҙмәте кәрәкле тип табылып юғары баһаларға эйә булһын. Сөнки төп байлығыбыҙ ул – кеше. Ҡаланың әүҙем халҡы менән артабан да ҙур уңыштарға ирешеп, ҡаҙаныштар яулауыбыҙға ышанам.
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән! Һәммәгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

1 май - яҙ һәм хеҙмәт байрамы
1 май - яҙ һәм хеҙмәт байрамы
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: