Все новости
Байрамдар
2 Мая 2022, 12:06

Эш нәскиҙә түгел

Дин төрлө хөрәфәт, ымға ышаныуҙы тыя. Шулай ҙа, гонаһлы бәндәбеҙ бит, барыбер төрлөһө ҡотто ала - ҡара бесәй юлыңды бүлһә, ҡаршыңа буш күнәкле әҙәм осраһа... әллә нисек. 

Эш нәскиҙә түгел
Эш нәскиҙә түгел
Бөгөнгө Ураҙа байрамына, Рамаҙан мәсетенә, барып, аяҡ кейемен сисеп, намаҙға ғына баҫҡайныҡ... Нәскиҙе тиҫкәре килеш кейгәнбеҙ. Әллә ни нәмәһе юҡ, була торған хәл, башҡа ваҡыт ике аяҡҡа ике төрлөһөн дә кейеп сығып киткән мәлдәр булды, тик күңелгә уй килде: шатлыҡҡа булыр. 
...Ураҙа байрам дан булды. Ильяс хәҙрәт Шабаев оҙаҡ итеп вәғәз уҡыны, Айнур Ҡәҙимов та һүҙ тотто:
- Был мәсеттә төрлө кеше йыйылған. Дәрәжәләре төрлө, социаль кимәле төрлө. Шулай ҙа беҙ барыбыҙ ҙа бер тигеҙ. Дин беҙҙең бөтәбеҙҙе лә тиң күрә, бының аҡсаһы күп, быныҡы аҙ йәки был начальник, ә был - ябай эшсе тип ҡарамай. 
Юлай Ильясов ҡотлап үтте, һүҙҙе Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа ла бирҙеләр:
- Өҫтәлдәребеҙ мул, күңелдәребеҙ көр булһын, игендәр уңһын,  - тип теләне элекке башлыҡ. 
Айнур хәҙрәт, дин бөтәбеҙҙе лә тигеҙләй тигәс, баяғы нәски иҫкә төштө. Журналислыҡ үҙенекен итте, башҡалар нимә кейгән икән тип ҡарайбыҙ. Күбеһе бер үк ҡара нәски кейгән. Кемеһелер аҡты кейгән (нисек бысыратмай йөрөтәлер). Кемеһенең ҡунысы оҙон, кемдекелер ҡыҫҡа. Береһенеке хатта сәскә төшөрөлгән ине (ирҙәр тураһында һүҙ). Ә бит бөтөн ошо нәскиҙәр ҙә бер тигеҙ, хатта ул тиҫкәре кейелгән булһа ла. 
Иман нуры, берҙәмлек беҙгә шатлыҡ килтерер, ә ал яғын арт итеп кейгән кейем түгел, дөйөм әйткәндә, эш нәскиҙә түгел, уның эсендә йөрөгән аяҡта һәм аяҡтар йөрөткән баш менән йөрәктә  - фәлсәфәүи һығымта ошолай булды.
Айнур хәҙрәттең ошолай әйткәне оҡшаны:
- Изге байрамдан файҙаланып, бөтәһенән дә ғәфү һорайым. Әгәр кемдеңдер алдында гонаһым булһа, ғәфү итегеҙ.
Беҙ ҙә хәҙрәткә эйәрәбеҙ:
- Белеп йәки белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙ бар икән - беҙҙе ғәфү итегеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: