Все новости
Байрамдар
2 Мая 2022, 07:55

УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Ысын йөрəктəн һеҙҙе мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе - Ураҙа байрамы менəн ҡотлайым!

УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!
УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Изге Рамаҙан айының тамамланыуы - мосолмандарҙың мөһим һəм яратҡан байрамдарының береһе, ул ысын мəғəнəһендə изгелек, яҡтылыҡ, таҙа уй-ниəттəрҙең символы булып тора.
Ошо көндəрҙең яҡты уй-фекерҙəре һəм ынтылыштары, мəрхəмəтлелеге һəм изге эштəре беҙҙең йөрəктəрҙə тамырланып, килəсəккə тоғро юлдаш булһындар ине. Был яҡты байрам көндəрендə бөтəгеҙгə лə күтəренке кəйеф телəйем. Аллаһы Тəғəлə беҙҙең ураҙаларыбыҙҙы һəм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, мəрхəмəтлек күрһəтһен!
Ураҙа байрамы өйҙəрегеҙгə йылылыҡ, бəхет-шатлыҡтар, именлектəр алып килһен!
Ысын күңелдəн барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, изге эштəр, уңыштар, бəхет, күңел тыныслығы телəйем!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргəҙе районы хакимиəте башлығы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: