Все новости
Байрамдар
2 Мая 2022, 08:03

УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Күмертау ҡалаһының хөрмəтле мосолмандары! 

УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!
УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Һеҙҙе ысын күңелдəн изге Рамаҙан айы тамамланыуы һəм Ураҙа байрамы менəн ҡотлайым!
Бөгөн мосолмандар ураҙа тамамланыу уңайынан туғандары һəм таныштары менəн йыйыла, бер-береһенə хөрмəтен белдерə, күңел йылыһын өлəшə, яҡындарын иҫкə төшөрə. Беҙҙең ҡалала төрлө миллəт һəм дин вəкилдəре татыулыҡта йəшəй. Ғаилə ҡиммəттəре, дин һəм конфессия-ара хеҙмəттəшлек нығына.
Ысын күңелдəн һеҙҙе Ураҙа байрамы менəн ҡотлайым. Изге Ураҙа байрамы йорттарығыҙға ҡот, бəрəкəт, күңелдəрегеҙгə яҡтылыҡ һəм тыныслыҡ алып килһен! Изге айҙа йыйған игелектəрегеҙ һеҙҙең менəн мəңгелеккə ҡалһын! Һеҙгə һаулыҡ, йортоғоҙға именлек һəм уңыштар телəйем!
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиəте башлығы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: