Байрамдар
28 Мая 2022, 08:25

Дарығыҙ ҡоро булһын

Юлай Әмәкәсовтың да бөгөн ҙур байрамы. 

Дарығыҙ ҡоро булһынДарығыҙ ҡоро булһын
Дарығыҙ ҡоро булһын
Юлай Камил улы, күптәр белә, погранда хеҙмәт иткән. Хәҙер инде әрменән ҡайтыуына нисә йыл, был ғүмер араһында ҡайҙа ғына эшләмәне, тик армия йылдары һаман онотолмай. Бөгөнгө көндө ул түҙемһеҙлек менән көтөп ала, махсус әҙерләнә, табын, башҡаһы була һәм мотлаҡ пограничник формаһы кейелә, үҙе генә кейеп ҡалмай, ейәндәренә лә кейҙерә - патриот булып үҫһендәр. 
Беҙҙе әле генә байрам менән ҡотланы, фотоһын ебәрҙе. Һеҙҙе лә байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ, Юлай ағай. Дарығыҙ гел ҡоро булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас