Байрамдар
1 Июнь 2022, 05:42

Гармун моңдарың тынмаһын

Ҡәҙерле, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Миниғәлей Минибай улы ЧУРИНды 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң матур, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Гармун моңдарың тынмаһынГармун моңдарың тынмаһын
Гармун моңдарың тынмаһын

Абдул ауылы
Ҡәҙерле, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Миниғәлей Минибай улы ЧУРИНды 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң матур, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Әсәйебеҙ Зәйтүнә менән иңгә-иң терәшеп 48 йыл парлы ғүмер итәләр. Артабан да бергә мөхәббәттә, йылылыҡта наҙға төрөнөп оҙон ғүмер юлы үтергә яҙһын.
Һөйөклөбөҙ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларыңдың ҡыуанысын күреп, гармуныңды тартып оҙон-оҙаҡ, бәхетле йәшәргә яҙһын. Хоҙай үҙеңә сәләмәтлек бирһен, гармун моңдарың ағылып торһон.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә һин шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең,
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын барлыҡ теләктәр.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зәйтүнә, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, кейәүҙәрең, килендәрең, бажаларың, балдыҙҙарың, ҡәйнештәрең.

Гармун моңдарың тынмаһын
Гармун моңдарың тынмаһын
Автор:
Читайте нас