Байрамдар
4 Июнь 2022, 09:51

Беҙ килербеҙ

Ошоноң менән биғәйбә.

Беҙ килербеҙБеҙ килербеҙ
Беҙ килербеҙ

"...И-һи! Күпме мәрәкәләр күрҙем,
Һәм үҙем дә булдым мәрәкә.
Үрмәләгән булдым бағанаға...
Дарман әйтте дәрткә: “Ҡуй, энем!..”
“Барыня”ға көсләп бейеттеләр,
“Сабата”ға үҙем бейенем.
Көс һынашты алыш майҙанында
Саярағы иһә ир-аттың,
Мин – бер ҡатлы, кеше көлдөрәм тип,
Күҙҙе бәйләп, көршәк ҡыйраттым.
Көн өҫтөндә байтаҡ ғибрәт күрҙем –
Һәр кем тиңдәш үҙе тиңенә:
Тегеләр бал эсеп аҡыл туплай,
Былар айран эсеп тилерә.

...Ҡайтып киләм. Башта кәпәсем юҡ,
Баш һау булһа, кәпәс табылыр...
Арғымаҡты менеп, һабантуйға
Мин барырмын әле тағы бер!"
Киләһе йылға тиклем хуш бул, ялан. Беҙ тағын килербеҙ.

Һабантуй тураһында тулыраҡ - киләһе һанда.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас