Республика башлығы хакимиәтенән Урал Килсенбаев, Дума депутаты Зариф Байғусҡаров Көйөргәҙе районы Һабантуйының олуғ ҡунаҡтары булды быйыл. Барыһы ла йола буйынса башҡарылды, ҡаршы алыу (киләләр-киләләр, теҙелегеҙ), флаг күтәреү, парад. Бүләкләнеүселәр бихисап. Ямғыр, үс иткәндәй, туҡтаманы ла ҡуйҙы. Кемдер, алдан уйлап, зонт тотоп килгән, ундай кеше янында торғандар, баштарын сит зонт аҫтына тығырға тырышты.
Кеше зонтигына үрелмәгеҙ,
Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ
Кемдер сабыр булды.
Юлай Ильясов, тантананы асҡанда, күңелһеҙ һүҙ менән башланы сығышын. Иҫке Мораптал ауылы егете Украинала вафат булды. Байрамға тип килгән халыҡ Илгиз Алтыншинды хәтергә алып, бер минут тын торҙо. Барыһына ла, үҙенә лә, сабырлыҡ теләне.
Тулыраҡ - киләһе һанда.