

Райондағы иң эре хужалыҡтарҙың береһе "Искра" хужалығы халыҡ байрамынан ситтә ҡала буламы? Һабантуй Яҡшымбәттә лә була. 11 июнь көнө. Элек был байрамдарҙа булған булды, район масштабынан ҡалышмай - кемдеке - уныҡы тиһендәр тигән сәм менән үткәрәләр Һабантуйҙарын. Хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан эшселәрен оҙатасаҡтар, бөтә ғаләм алдында уларға рәхмәт әйтәсәктәр, бүләктәр, алҡыштар. Тирмәләр, ярыштар... Барыһы ла була. Был хаҡта Юшатырҙа яҙылыр.
Фотоларҙа: үткән йылдарҙағы Яҡшымбәт һабантуйынан күренештәр.