

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле Рәүеф Тимерхан улы АБДУЛЛИНды тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Һәр тыуасаҡ көнгә, яуған ҡар бөртөгөнә, балҡыған йондоҙҙарға, атҡан сәскәләргә шатланып-ҡыуанып йәшәргә насип булһын. Күңел тыныслығында, балаларыңдың ҡыуанысына, уңышына һөйөнөп, яҡындарыңдың һөйөү-хөрмәтенә сорналып, бәрәкәтле, имен ғаилә тормошонда йәшәргә яҙһын. Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, дәртле булып ҡал.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп
Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ.
Шатлыҡ менән, оҙон ғүмер менән
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Матур йәй айында тыуғанғамы,
Күңелеңдә һәр саҡ изгелек.
Ҡылған яҡшылыҡың кире ҡайтып,
Күрһәң ине үҙең игелек.
Иң изге теләктәр менән Рәхилә һәм Мәлик Сынбулатовтар.