Байрамдар
7 Июнь 2022, 10:06

Юлдарыңды фәрештәләр һаҡлаһын

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡыҙым, апайыбыҙ, инәйебеҙ Рита Наил ҡыҙы МИҺРАНОВАны тыуған көнө менән ихлас тәбрикләйбеҙ.

Юлдарыңды фәрештәләр һаҡлаһынЮлдарыңды фәрештәләр һаҡлаһын
Юлдарыңды фәрештәләр һаҡлаһын

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡыҙым, апайыбыҙ, инәйебеҙ Рита Наил ҡыҙы МИҺРАНОВАны тыуған көнө менән ихлас тәбрикләйбеҙ.
Йәйҙең йәмле ҡояш йылыһы йыһанды йылытып, күңелдәргә дәрт уятҡан миҙгелдә донъяға килгәнһең. Ғүмер юлың яҡты, өлгө итеп алырлыҡ, меңдәргә үрнәк булырлыҡ. Гел шулай көслө рухлы һәм ярҙамсыл булып, беҙҙең һәм туғандарыбыҙҙың изгелеген күреп оҙаҡ йәшәргә булһын. Йөҙөң әлегеләй яҡты, нурлы булһын, йөрөгән юлдарыңды фәрештәләр һаҡлаһын. Ҡуйған маҡсаттарыңды тормошҡа ашырып, балаларыңдың матур яҙмышына шаһит булып, уңыштарына ҡыуанып, именлектә йәшә. Ғүмер юлдарың гөлдәргә күмелһен, бәхетең туҙмаһын.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп.
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп
Йәшә һин мәңгелек нур булып.
Иң изге теләктәр менән яҡындарың.

Юлдарыңды фәрештәләр һаҡлаһын
Юлдарыңды фәрештәләр һаҡлаһын
Автор:
Читайте нас