Байрамдар
15 Июнь 2022, 06:03

Бәхет нуры һүнмәһен

Яҡшымбәт ауылында тыуып-үҫеп әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө ҡыҙым, әнейебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Рәлиә Тимерхан ҡыҙы АЙҘАРОВА үҙенең 45 йәшлек юбилейын билдәләй.

Бәхет нуры һүнмәһенБәхет нуры һүнмәһен
Бәхет нуры һүнмәһен

Яҡшымбәт ауылында тыуып-үҫеп әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө ҡыҙым, әнейебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Рәлиә Тимерхан ҡыҙы АЙҘАРОВА үҙенең 45 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән генә үтһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры һүнмәһен.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй именлектә үтһен. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең - аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың -яҡты, күңелең - тыныс булһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасанда һис бойоҡма,
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Бар теләгең ашһын тормошҡа!
Изге теләктәр менән әнейең Рәйфә, тормош иптәшең Андрей, ҡыҙың Розалия, улың Ильяс, абзыйың Кәрим, еңгәң Әминә, уларҙың балалары, мырҙаң Зариф, киленең Лиана, уларҙың балалары.

Бәхет нуры һүнмәһен
Бәхет нуры һүнмәһен
Автор:
Читайте нас